Стәрлетамаҡ районынының поликлиникаларының береһендә табиптар өлкән шәфҡәт туташын хеҙмәткәрҙәрҙең аҡсаларын урлауҙа ғәйепләй. Медицина учреждения коллективы ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән. Наумовка ауылы поликлиника табиптары артабан нимә булырында белмәй. Улар һүҙҙәренсә бер-нисә ай дауамында өлкән шәфҡәт туташы хеҙмәттәштәренең эш сәғәттәрен үҙ исеменә яҙып барған. Эш ваҡытын иҫәпләгән ялған табелдан тыш, шәфҡәт туташы Ильвара Власова поликлиникаға үҙенең бер туған апаһын бер-нисә вазифаға эшкә лә урынлаштыра. Табиптар ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткәс, Ильвира Власова хатта компьютерҙағы табелдәрҙы ла юйырға маташа. Поликлиникаға хәбәрселәр килгәнен белеү менән, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан баш табип урынбаҫары һәм юрист килеп етә. Тик коллектив береһендә тыңларға ашыҡманы. Хәҙер был эш менән Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығы тикшереү үткәрәсәк. Медицина учрежденияһынан барлыҡ документтар алынған. Артабан нимә булыр, уныһы әле билдәһеҙ. Шулай ҙа поликлиника хеҙмәткәрҙәре ғәҙеллеккә ирешеүҙәренә өмөтөн юғалтмай.
Кеше хеҙмәтендә аҡса эшләү
Тулыраҡ: Кеше хеҙмәтендә аҡса эшләү