16 апрель кисендә бөтә театр һөйөүселәр тура трансляция аша тулҡынланып Мәскәүҙең Ҙур театрында барған ваҡиғаны күҙәтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Алтын битлекте алырмы? Һәм ниһайәт, тәүгеләрҙән булып театрыбыҙ исеме сәхнәнән яңғыраны. «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле 25-се тапҡыр уҙғарылған «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премия – фестивале лауреаты! «Алтын битлек»те алырға сәхнәгә театр директоры Иршат Фәйзуллин, спектаклдең режиссеры Айрат Абушахманов, рәссам Альберт Нестеров, яҡтыртыу буйынса рәссам Илшат Сәйәхов, спектаклдә төп ролде башҡарыусы Римма Ҡаһарманова сыҡты.
«Зөләйха күҙҙәрен аса» - «Алтын битлек» фестивале лауреаты
Тулыраҡ: «Зөләйха күҙҙәрен аса» - «Алтын битлек» фестивале лауреаты