1-се курсҡа ҡабул ителгән студенттарҙың тәүге исемлеге менән танышырға мөмкин

Тулыраҡ: 1-се курсҡа ҡабул ителгән студенттарҙың тәүге исемлеге менән танышырға мөмкин

Үҙаллы тормошҡа тәүге аҙымдарын эшләүсе йәштәр менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә осрашты. Абитуриенттар ҙур тулҡынланыу менән таҡталағы исемлектән үҙҙәренең исем–фамилияларын эҙләй. Шишмә районының Дурас ауылынан килгән Илдар үҙенә энергетик булырға тигән маҡсат ҡуйған.Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары яңы студенттар менән 80 процентҡа тулыланды. Башҡортостанда белем усаҡтарына 1-се курсҡа ҡабул ителгәндәрҙең исемлеге аталды.Ейәнсура районынан Гөлүзә Әмирханова киләсәктә үҙен туризм өлкәһендә белгес итеп күрһә, Бүздәк районы « Өмөт » халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Юлиә Сакаеваның хыялы хореограф булыу. Киләсәктә үҙенең студияһын да асырға ниәте бар уның.Башҡорт дәүләт педагогия университеты быйыл 1304 бюджет урынына уҡыусылар ҡабул итәсәк. Әле исемлектә бер мең тирәһе студент бар. Тағы меңгә яҡын студент коммерция нигеҙендә белем аласаҡ. Өфө дәүләт авиация техник университеты ла быйыл бюджет урындарына ғына 3 мең тирәһе кеше ҡабул итә. Ректор беренсе этапта ҡабул ителгәндәрҙең исемлеген раҫлаған бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Аҙаҡ йола буйынса ҡул ҡуйған ручканы аудиторияға ырғытты. Уңыш килтереүсе ручканың хужаһы — Өфө ҡыҙы Диана Хәйруллина.Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Николай Криони әйтеүенсә, быйыл тапшырылған документтарға ҡарағанда, электроэнергетик һөнәрен үҙләштерергә теләүселәр бик күп. Тәүге этапта бер урынға 50 кеше булһа, икенсеһендә 34.Студенттарҙы тулыһынса йыйып бөтмәгән уҡыу йорттары балдарҙы бер аҙ төшөрөп 6 авгусҡа тиклем уҡыусылар һанын тағы 20 процентҡа тулыландырасаҡ. Тимәк, беренсе этапҡа эләкмәгән абитуриенттар өсөн әле тағы бер мөмкинлек бар. Ә 7 август барлыҡ юғары уҡыу йорттарына инеүсе студенттарҙың тулы исемлелеге әҙер буласаҡ.