Туғандаш республикалар хеҙмәттәшлек юлдарын билдәләй

Тулыраҡ: Туғандаш республикалар хеҙмәттәшлек юлдарын билдәләй

Өфөлә уҙған Татарстан көндәре йомғаҡтары һәм һөҙөмтәләре яҡын арала күренәсәк. Был турала ике төбәктеү етәкселеге белдерә. Әйткәндәй, киләһе йылға Татарстанда Башҡортостан көндәре үтәсәк. Үҙ халҡының йырын башҡарыуҙағы рухы һәм күңеле өсөн башҡорттарға айырым хөрмәт менән ҡараған татар әҙибе Ғабдулла Туҡай исеме Башҡортостан һәм уның ҡәләм оҫталары менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Миҫал өсөн Ғабдулла Туҡай һәм Мәжит Ғафури дуҫлығы. Ике туғандаш халыҡтың иң бөйөк яҙыусылары исеме милләттәр араһындағы бәйләнеш билдәһе лә. Өфөлә, Башҡортостанда “Татарстан көндәре” сиктәрендә Туҡайға асылған һәйкәл дә ошо бәйләнештәрҙең дауамы. Башҡортостан менән Татарстан араһындағы быуаттар буйынса килгән мөнәсәбәттәр хәҙер тағы камиллашырға тейеш. иҡтисад, сәнәғәт менән бергә мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән күрше төбәк Президенты Рөстәм Миннехановтың рәсми осрашыуында ошо турала айырым әйтелде. Башҡортостан татар зыялыларын хөрмәтләһә, Татарстандың иң юғары даирәләре лә башҡорт халҡының легендар шәхестәре менән яҡшы таныш. Президент Рөстәм Миннеханов етәкләгән рәсми делегация, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һала. Ике республика етәкселеге иһә бөгөнгө мөнәсәбәттәрҙе икенсе, тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү яғында. Башҡортостандың бөгөн иҡтисадта яңы сәйәсәт алып барыуын иҫәпкә алғанда, тәүге һөҙөмтәләрҙе яҡын арала күрергә мөмкин. Тап беҙҙең төбәк күршеләрҙең иң яҡшы тәжрибәһен өйрәнеү яҡлы. Машиналар етештереүме, эшкәртеү сәнәғәтеме, йәки аҙыҡ-түлек етештереүме. Татарстандың махсус күргәҙмәһен танышыу барышында, Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан ведомство һәм министрлыҡтары өсөн яуаплыларға күрһәтмәләр ҙә бирҙе. Рәсәйҙең иң ҡеүәтле ике субьекты араһындағы мөнәсәбәттәрҙең хаҡы ла билдәле. Яҡтарҙың тауар әйләнеше бөгөнгә 34 милилард һумға тиң. Хәбәрсе. Тик был сумманы арттырыу өсөн яңы юлдар эҙләргә кәрәк. Уларҙың береһе – Татарстанда Башҡортостандың даими вәкиллеген асыу. Ике республиканың бизнес-даирәләре лә ошо фекерҙә. Торатау конгресс холлында уҙған осрашыуҙа ла һүҙ ошо турала барҙы. Туризм, иҡтисад һәм сәнәғәт. Әлбиттә, эштәр ауырға тура киләсәк. Башҡортостанда татарстан көндәрен уҙғарыу иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу ғына түгел, тигән фекерҙә күорше төбәк парламентының вице-спикеры Рима Ратникова. Ҡазандағы Дәүләт Советы депутаттары, мәҫәлән, үҙҙәрендә күп партиялы парламент ҡороу тәжрибәһен өйрәнеү яғында. Башҡортостандың ауыл хужалығы сәнәғәтендә лә Татарстан үҙенә яҡшы миҫалдар тапҡан. Уларҙың береһе – кооперация программаһы. Был республиканың ауыл хужалығы министры Марат Әхмәтов тап беҙҙең төбәктең иң алдынғы технологиялары менән ҡыҙыҡһыныуын йәшермәй. Ике республика араһында конкуренция, йәғни. ярышыу булырға тейеш. Тик был ярыш көнсөллөк, тә маҡтаныу ҙа түгел. Бөгөн Башҡортостан да, Татарстан да, дуҫлыҡ күперен нығытыу яғында. Яр Саллылағы “Ағиҙел” дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы рәйесе Мәүзир Ғиниәтуллин фекере. Ике республика етәкселәре Башҡортостанда Татарстан республикаһы көндәре сиктәрендә шулай уҡ «ВДНХ-Экспо» сауҙа-күргәҙмә комплексынында барған күргәҙмә менән танышты. Унда күрше төбәк етәксеһе Рөстәм Миңлеханов Башҡортостандағы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, энергетика һәм туризм кеүек мөһим өлкәләрҙең эшмәкәрлеге менән танышты. Башҡортостан менән Татарстан араһындағы мөнәсәбәттәр бөгөн ысын мәғәнәһендә яңы һулыш ала. Ике республикала маҡсаттарын күптән билдәләгән. Туғанлыҡ ебен яңынан үреү, булған төйөндәрҙе һүтеү. Башҡорт халҡы менән татар милләте ошондай хыял менән йәшәй.