Республикала граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙең һүлпән барыуы нимәгә бәйле. 2012 йылда ҡабул ителгән Закондың үтәлеше парламент уҡыуҙары көн тәртибенә сығарылды. Бушлай юридик ярҙамға дәғүә иткән граждандарҙың федераль ҡануниәт билдәләгән исемлеген төбәк законы йәнә киңәйтә. Башҡортостанда был хоҡуҡты социаль пенсия алған хаҡлы ялдағылар, өсөнсө группа инвалидтары, өс һәм унан да күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр, алданған өлөшсөләр файҙалана ала. Был хеҙмәт бушлай юридик бюролар аша бойомға ашырыла. Әммә депутаттар ойошторған мониторинг һөҙөмтәләре буйынса 2018 йылда бушлай юридик ярҙам бары 4 меңгә яҡын кешегә күрһәтелгән. Белгестәр хеҙмәте өсөн 45 мең һум аҡса түләнгән. Парламент уҡыуҙарында депутаттар бушлай юридик ярҙам күрһәтеү күләменең түбән күрһәткесе сәбәптәрен асыҡланы һәм Закон үтәлешен тәьмин итеү сараларын билдәләне.
Бушлай, тимәк сифатһыҙ, тигән фекер был осраҡта хаҡ түгел
Тулыраҡ: Бушлай, тимәк сифатһыҙ, тигән фекер был осраҡта хаҡ түгел