Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Португалияның Мадейра утрауында туристар автобусы аварияға эләккән. Водитель транспорт менән идара итә алмай, боролошта юлдан төшөп китеп, бер йорттон ҡыйығына бәрелә. Һөҙөмтәлә 29 кеше һәләк булған, 27-һе төрлө йәрәхәттәр алған. Портулагия прокуратураһы туристар ҡатнашлығындағы был юл-транспорт фажиғәһенең сәбәбен асыҡлау буйынса тикшереү үткәрә.

Лондонда өс кеше үҙен поездға йәбештереп ҡуйған. Ошо рәүешле улар тирә-яҡ мөхитте бысратыуға ҡаршы булыуын күрһәтергә теләгән. Йәштәрҙе полиция хеҙмәткәрҙәре елемдән ҡуптарып алған. Экология яҡлылар хәрәкәте Британияның баш ҡалаһында 15 апрелдә башланған. Был ваҡыт эсендә 300 ашыу кеше ҡулға алынған.

Мәскәүҙең Внуково аэропортында самолет янып киткән. Осорға әҙерләнгәндә пассажирҙар самолеттың двигателенән сыҡҡан ялҡынды күреп ҡалған һәм һауа судноһын шунда уҡ туҡтатыуҙарын һораған. Боинг лайнер Мәскәүҙән Махачкалаға осорға тейеш булған.

Ағастан яһалған ысын автомобиль. Перула балта оҫтаһы Фольксваген-жуктың күсермәһен ағастан яһап, ҡыҙына бүләк иткән. Әммә ҡыҙы әле Нью-Йоркта йәшәй. Шуға атаһы ошо үҙенсәлекле транспорт менән 11 мең километр алыҫлыҡтағы ҡалаға йүнәлгән.