«Ҡайнар йөрәк»тәр

Тулыраҡ: «Ҡайнар йөрәк»тәр

Өфәлә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән балаларҙы тәбрикләнеләр. Был юлы тиҫтерҙәрен ҡотҡарыу өсөн ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған 3 бала «Ҡайнар йөрәк» билдәһе менән бүләкләнде. Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысы лауреаттарына һәм уларҙың ата-әсәләренә баш федераль инспектор Михаил Закомалдин оло рәхмәтен еткерҙе. Архангель ауылынан Зарема Абдурахманова быйыл ҡыш уртаһында боҙ аҫтына төшөп киткән классташын ҡотҡарған. Ә Күгәрсен районынан 11 йәшлек Азамат Арапов инде һыу төбөнә киткән ҡыҙҙы һөрәп сығара. Бәләбәй ҡалаһынан Фәдис Сәлимгәрәев та иптәшен ҡотҡарыу өсөн үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Был батырлыҡ түгел беҙҙең урында һәр кем шулай эшләр ине, тей ҡыйыу йөрәкле балалар