Подъездарҙы төҙөкләндереү

Тулыраҡ: Подъездарҙы төҙөкләндереү

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы эшләй башланы. 2019 йылда Өфөлә 1 мең 600 подъезд төҙөкләндереү ҡаралған. Флүр Ихсанов Октябрь Проспектының 84-се йортонда 30 йылдан ашыу йәшәй. Подъездарында күптән көткән ремонт эштәре башланды. Тирә яҡтағы саң, төҙөлөш сүп-сары ваҡытлыса ғына, тип яңыртылған подьезды түҙемһеҙләнеп көтә ул. Йортта йәшәүселәр ремонт эштәренә етди ҡарай һәм төҙөкләндереү шартына еткерелеп башҡарылырға тейеш, тигән фекерҙә. Ремонт эштәренә 3 йыл гарантия бирелә. Әммә вандаллыҡ өсөн йәшәүселәр үҙҙәре яуаплы. Батарея, электр сымдарын алмаштырыуҙы идарасы компания башҡарырға тейеш. Подрядсы ойошма иһә подъездағы баҫҡыс майҙансығын, стеналарҙы тулыһынса төҙөкләндерә. Стеналар йәшәүселәр үҙҙәре һайлаған төҫкә буяласаҡ. Был йорт Сипайлово биҫтәһендә 83 йылдарҙа төҙөлгән иңберенсе йорт. Әлеге мәлдә подьездарҙа ремонтлау эштәре башланды.9 ҡатлы йортта ремонт 2 аҙна дауам итәсәк, тип билдәләнә. Йорт советы рәйесе 36 йыл эсендә бер тапҡыр ғына ағартыу-буяу эштәре башҡарылыуы хаҡында бәйән итте. Шуға ла подьездағы ремонт уның өсөн үтә лә яуаплы һәм һәр эштең барышын күҙәтеп бара. Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа 50 мең подъезд иҫәпләнә, шуларҙың 26 меңе ремонтлауға мохтаж, тип табылған. 2019 йылда Өфөлә 1 мең 600 подъезд төҙөкләндереләсәк. Подъездарҙа төҙөкләндереү эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк. Ремонтлау өсөн аҡса ҡаҙнанан бүленә. Һәр йортта төбәк операторының, подрядсы ойошманың телефондары яҙылған мәғлүмәт эленеп ҡуйылған һәм ремонт эштәренең сифаты буйынса шылтыратырға мөмкин. Киләһе йыл өсөн исемлек йәй төҙөләсәк.