Йәш эшҡыуарҙарҙың продукцияһы менән гипермаркеттар ҡыҙыҡһына башлаған. Дилмөхәмәтовтар ғаиләһе милли ризыҡтарҙы етештереү менән өс йыллап шөғөлләнә. Ассортиментта әлегә туҡмас һәм бишбармаҡ. Тәүҙә бина ла, ҡоролмалар ҙа булмаған. Аҙаҡ улар 300 мең һум күләмендә субсидия алған. Тауар етештереүҙә биш кеше эшләй. Продукцияны Сибайҙа, Мәләүездә, Салауатта, Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә осратырға мөмкин. Хәҙер эшҡыуарҙар ғаиләһе дәүләт ярҙамына өмөт итә.
Сибайҙа туҡмас һәм бишбармаҡ етештерәләр
Тулыраҡ: Сибайҙа туҡмас һәм бишбармаҡ етештерәләр