Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы уҙған көн эш сәфәре менән урал аръяғы баш ҡалаһында булды. Ул экологик хәлде яҡшыртыуға көс һалған кешеләргә дәүләт наградалары тапшырҙы, ҡала халҡы менән аралашты, бер нисә социаль объектта булды. Йәш үҫентеләр Аблюзиндар ғәиләһе өсөн яңы тормош билдәһе. Кисә генә өйләнешкән йәш парҙы “Лукоморье” паркындағы яңы аллеяға ағас ултыртыртырға саҡырғандар. “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашырға ҡуш ҡуллап ризалаша улар. Ағас ултыртыуҙа йәш ғаилә менән 50 йылдан ашыу бергә ғүмер иткәндәр, күп балалы һәм игеҙ бала тәрбиәләгән ғиаләләр ҙә ҡатнашты. Хәҙер улар өсөн был ағастарҙы килеп тәрбиәләү матур йолаға әүереләсәк. Матур йолаға әүерелә барған Сибай Марафоны ла быйыл сәләмәт тормош һөйөүселәрҙе бер майҙанға йыйҙы. 3-сө йыл рәттән ойошторолған сарала 1 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре менән бер стартҡа Республика етәксеһе Радий Хәбиров та баҫты. Радий Хәбиров ҡала халҡына рәхмәт һүҙҙәрен әйтер өсөн килгәйне. Сибайҙағы экологик хәл тураһында республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә халыҡ хәбәрҙар ине. Ауырлыҡты еңергә ярҙам иткән тауыслар, йәмәғәтселәр, педагогтар һәм әлбиттә табиптарға республика етәксеһе дәүләт наградалары тапшырҙы. Ҡала мэры Рөстәм Афзалов Салауат Юлаев исемендәге Орден менән бүләкләнде. Радий Хәбиров был йәш етәксе өсөн киләсәктә тырышып эшләүгә этәргес булараҡ аванс тине. Республиканың 100 йыллығы уңайынан ҡаланың төп майҙанында концерт ойошторолдо. Радий Хәбиров Сибайҙарға мөрәжәғәт итеп төрлө имештәргә ҡарамайынса тыуған йорт именлеген хәстәрләгән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Йәш техниктар станцияһы нигеҙендә Сибайҙа яңы технопарк та үҙ ишектәрен асты. Тантанала Республика етәксеһенә балалар “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ” тип яҙылған кружка бүләк итте. Бында шөғөлләнгән 600 бала өсөн фәнни-техник, тәбиғи фәндәр, тикшеренеү эштәрендә иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтер мөмкинлектәр булдырылған. Сибайҙың артабанғы үҫеше беҙҙең төп бурыстарҙың береһе тине республика башлығы эш сәфәре барышында. Әле ҡалала 50 миллиард һумға иҫәпләнгән 15 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Махсус шарттарҙа хөкүмәт Сибайҙы моноҡалалар исемлегенә индерҙе, ә был үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Радий Хәбиров Сибай халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе
Тулыраҡ: Радий Хәбиров Сибай халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе