Нисек ялған орлоҡтарға юлыҡмаҫҡа?

Тулыраҡ: Нисек ялған орлоҡтарға юлыҡмаҫҡа?

Башҡортостан буйынса Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы орлоҡ магазиндарын тикшерә. Сифатлы орлоҡ ниндәй булырға тейеш? 98 йәшлек Анна Киршина үҫентеләрен ҡәҙерләп кенә ҡарай. Хәҙер нисәмә йылдар үрсетмәләр ултыртып, һәр береһенең нескәлектәрен белеп бөткән. Үҙ баҡсаңдағы йәшелсә, емеш-еләк иң тәмлеһе һәм файҙалы, ти ул. Магазиндан орлоҡтарҙы бик һирәк һатып ала, башлыса үҙе шыттырғанын сәсә. Бер быуат ғүмерен ваҡлаған Анна Филлиповна сәскәләрен иһә йорт алдындағы майҙанға ултырта. Помидор, ҡыяр үҫентеләрен ҡыҙына тапшырып, баҡсаға ебәрә. Ә бына Тәслимә Ғәзизова үҙен баҡсасы, тип танымай. Әммә шулай ҙа үҙ баҡсаңдағы уңыш күпкә татлыраҡ, ти һәм орлоҡ һайлауҙы һатыусларға ышанып тапшыра. Бәғзе берәүҙәр орлоҡтарҙы махсус магазиндарҙа һатып алыу яҡшы, тип иҫәпләй. Ни тиһәң дә инспекторҙар ниндәй тауар һатылыуын тикшереп тора. Орлоҡ магазиндарының документтары һәм тауарҙың сифатын билдәләгән сертификаты булырға тейеш. Закон буйынса бөтә орлоҡтар ҙа тикшереү үтергә тейеш һәм шунан һуң ғына сифатына тура килә тигән сертификат бирелә. Лаборатория белгестәре һынауҙы бер нисә этапта үткәрә. Иң беренсе орлоҡ өлгөләре ҡабул ителә һәм белгестәр уны компьютерҙа теркәй, һуңынан анализға тапшыра. Артабан ошо һайланып алынған 400 орлоҡ 100-шәргә бүленеп шыттырырға ултыртыла. Орлоҡ өлгөләрен ошондай термостаттарҙа шыттыралар. Һәр культураның үҙ температура кимәле һәм шытыу ваҡыты 7-10 көн, тип билдәләнә. Мәҫәлән, был орлоҡтар шыта башлаған. Ошо күрһәткестәр һөҙөмтәһе буйынса һынау үҙәге пртокол әҙерләй һәм шуға ярашлы орлоҡ сифаты тураһында сертификат алырға мөмкин. Бөтә һатыусылар ҙа намыҫлы һатыу итмәй, тип билдәләй Башҡортостан буйынса Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеү идаралығы. Быйыл Республикала 13 орлоҡ һатыусыға штраф һалынған. Баҡса ултыртып мул уңыш алам тиһәң, белгестәр орлоҡтарҙың сифатына, ҡайҙа һәм ҡасан етештерелеүенә иғтибар итергә саҡыра.