Ҡатырғанан нефть заводы

Тулыраҡ: Ҡатырғанан нефть заводы

Ҡатырғанан завод ҡороп Берҙәм Дәүләт Имтиханына өҫтәмә тиҫтә балл ҡуш. Өфө уҡыусыларына ошондай ысулды Нефть кухняһы тәҡдим итә. Был бәйге еңеүселәрҙе билдәләмәй. Төп маҡсат – һәр бер айырым ҡоролманың тотош бер завод булып эшләп китеүе. Буласаҡ нефтселәрҙән берҙәм һәм татыу хеҙмәт талап ителә. Дилә Йәһүҙина республика инженер лицей-интернатының һигеҙенсе класында уҡый. Химия менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Нефть техник университетында белем алыуҙың мәртәбәле икәнен яҡшы белә. Нефть кухняһы программаһында ҡатнашыуы – нефтсе һөнәрен яҡындан төшөнөү теләгенән. Рәми Ғарипов исемендәге беренсе башҡорт гимназияһын быйыл тамамларға әҙерләнгән Вадим Рәхмәтов иһә әлегә тиклем информатика белгесе булырға хыялланһа, нефть кухняһында ҡатнашҡандан һуң тик нефтсе хеҙмәтен һайларға тәүәккәлләгән. Тиҫтерҙәре менән нефть эшкәртеү заводының иң мөһим өлөшөн — таҙартыу ҡоролмаларын — кәүҙәләндергәндә егет был һөнәр эйәләренең талапсан, яуаплы һәм берҙәм икәнлеген аңлаған. Нефть кухняһында ҡатнашырға теләгән 300-ҙән ашыу кешенең бары етмеше юлламаға лайыҡ. Һайлап алыу талаптары юғары. Нефть кухняһында ҡатнашырға теләк белдергәндәр йылдан-йыл арта, бәйгенең географияһы ла киңәйә. Өфө дәүләт нефть-техник университеты һөнәр һайларға булышлыҡ итеүҙең заманса ысулын ҡулланып иң яҡшы абитуренттар араһынан да иң яҡшыларын һайлап алыу маҡсатын ҡуймай. Юғары уҡыу йорто дәрәжәле диплом эйәһе түгел, ә маҡсатлы һәм ҡыҙыҡһыныусан белгес әҙерләү яҡлы. Нефть кухняһын былтыр үткәндәрҙең 90 проценты быйыл Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенттары. Әле улар университет – мәктәп берләшмәһен нығытыу эшендә әүҙем ҡатнаша. Бәйге шарттары һәм мөмкинлектәрен камиллаштырыу тәҡдимдәре өҫтөндә эшләй.