Себер ерендә башҡорт тирмәләре көмбәҙе

Тулыраҡ: Себер ерендә башҡорт тирмәләре көмбәҙе

Рәсәй төбәктәре башҡорттарының мәҙәниәт көндәре төбәк-ара проекты дауам итә. Был акция нигеҙендә 2013 йылдан башлап Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск, Пермь һәм Татарстан башҡорттары мәҙәниәте көндәре даими үткәрелде. 18 апрелдә Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары Башҡортостанға ҡайтты. Ә 19-ында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә яҡташтарыбыҙ "Себер ерендә башҡорт тирмәләре көмбәҙе" тип аталған тамаша менән сығыш яһаны. Көнсығыш Себерҙә урынлашҡан Ханты-Манси автономиялы округы 36 меңдән ашыу башҡортто үҙенә һыйындырған. Милләттәштәребеҙ уның төрлө ҡала-ҡасабаларында эшләй һәм йәшәй. Ә 2003 йылда улар Ҡоролтай ойошторҙо. Эштә лә, мәҙәни сараларҙа ла берҙәм милләттәштәребеҙ. Мәҙәниәт көндәренә лә дәррәү әҙерләнеп, ҡайтып төштөләр. Ҡайҙа ғына йәшәмәһен, барыбер яҡташтарыбыҙ тыуып-үҫкән төбәген һағынып, һәр осрашыуға ҡанатланып ҡайта. Үҙҙәре сәхнәлә, ә ҡараштарынан тыуған ергә булған мөхәббәт, һағыныу хистәре менән бер рәттән ғорурлыҡ тойғоһо бөркөлә. Сит төбәктә йәшәһә лә башҡорттарыбыҙ милли рухын юғалтмаған. Сәхнәлә саф башҡорт телендә халыҡ йырҙарын йырлаған, ҡурайҙа уйнаған һәм өҙҙөрөп башҡорт бейеүҙәрен бейегән егет-ҡыҙҙарҙың сығыштары быға асыҡ дәлил. Телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалтмау өсөн Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттарына тырыш, ныҡышмал булыу һәм, иң мөһиме, милләттең киләсәге өсөн ваҡыттарын йәлләмәү зарур. Сорғот, Түбәнге Варта, Ҡағалым, Урал, Лангепас, Ханты-Манси һәм башҡа ҡалаларҙа , улар янындағы ҡасаба-ауылдарҙа күпләп йәшәгән башҡорт ғаиләләрендә сабыйҙар тыуа һәм уларҙың мотлаҡ башҡорт телендә уҡый-яҙа белеп үҫеүе өсөн киләсәктә эшләйһе эштәр ҙә бар. 1998 йылда Башҡортостан һәм Ханты-Манси автономиялы округы араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылғайны, ә 2005 йылдан Сорғот-Ишембай, 2008-ҙән Сорғот-Сибай ҡалаларын хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Башҡорт егет-ҡыҙҙары республиканың уҡыу йорттарына ҡайтып белем ала. Төбәктең сәнғәт белгестәре мәҙәни үҙәктәр һәм ойошмаларға даими барып оҫталыҡ дәрестәрен үткәрә. Ә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы иң өлгөлө коллективтарға сәхнә кейемдәре тектерә. Ханты-Мансила йәшәүсе милләттәштәребеҙ хеҙмәттә лә тырыш, көслө рухлы булыуҙары менән дә беҙҙе ғорурландырыуын һәм һөйөндөрөүен дауам итә. Улар төбәк-ара проекттың күсмә штандартын Мәскәү башҡорттарына тапшырҙы.