Оло юлда ҡатын машина аҫтында ҡалған. Юлсы урында уҡ һәләк булған. Әле инспекторҙар авария урынынан ҡасҡан машина водителен эҙләй. Фараздар буйынса, ваҡиғаның сәбәпсеһе йөк автомобиле водителе. Транспортты Силәбе өлкәһенә ҡарай ҡыуып алып китеүҙәре ихтимал. Ошо уҡ юлда йөк машинаһы һәм ВАЗ автомобиле бәрелешкән. Һуңғыһының водителе һәләк булған. Шаһиттар әйтеүенсә, уның кәүҙәһен алыу өсөн ҡотҡарыусыларға махсус ҡорамалдар ярҙамында машинаны бысырға тура килә.
Иглин районында бөгөн ике юл-транспорт фажиғәһе теркәлде
Тулыраҡ: Иглин районында бөгөн ике юл-транспорт фажиғәһе теркәлде