Республика йәмәғәтселеге оло юғалтыу кисерҙе

Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге оло юғалтыу кисерҙе

81-се йәшендә, ҡаты ауырығандан һуң Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев арабыҙҙан китте. Рауил Төхвәт улы 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуа. 30-ҙан ашыу шиғри йыйынтыҡтар, әҙәби баҫмалар һәм фәнни-тикшеренеү китаптары авторы. Айырым әҫәрҙәре немец, төрөк, украин, ҡаҙаҡ, яҡут, сыуаш, ҡараҡалпаҡ, алтай һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғәлимов Сәләм, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Бейешева премиялары тапшырыла, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины, Башҡортостандың халыҡ шағиры. Рауил Бикбаев менән хушлашыу иртәгә, 25 апрелдә, сәғәт ун берҙә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бинаһында үтәсәк