Айби эн Бей Эфес компанияһы Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү юлдарын билдәләй

Тулыраҡ: Айби эн Бей Эфес компанияһы Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү юлдарын билдәләй

Ширҡәт республика биләмәләрендә яңы сәнәғәт обьекттарын ҡороп, эш урындары асырға, шулай уҡ иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында берлектәге проекттар булдырыу тәҡдимен әҙерләгән. Ошо турала компания вәкилдәре һәм республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыу барышында әйтелде. Яҡтар яңы проекттарҙы отошло буласаҡ, тигән фекерҙә. Тәүге осрашыу һөҙөмтәһе буйынса билдәләнгән юлдар тағы ла ай ярымдан, Санкт-Петербургтағы иҡтисади форумда ҡараласаҡ.