Өфө – матур әммә иҫ киткес бысраҡ ҡала!

Тулыраҡ: Өфө – матур әммә иҫ киткес бысраҡ ҡала!

Төбәк етәксеһе булып эш башлаған тәүге айҙарҙа уҡ Радий Хәбиров ошо һүҙҙәр менән сығыш яһаны һәм коммуналь хеҙмәттәргә был мәсьәләне хәл итергә кәрәклеген белдерҙе. Баш ҡала бигерәк тә яҙ көндәрендә саң аҫтында ҡала. Сәбәбе – юлдарҙағы бысраҡтың тейешенсә таҙартылмауы. Урамдарҙы йыуып һепереүсе техника хәҙер өфөлөләр өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнде. Саң да һиҙелерлек кәмене. Ә ҙур техника үтә алмаған урындарға – тротуар, туҡталыштар янына 2015 йылда һатып алып, быға тиклем һирәк ҡулланылған саң һурҙырыусы ҡоролмалар сығарылды