Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин

Тулыраҡ: Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин

Йыл да тиерлек яҡшы уңыштың нигеҙе булған ужымдар был ҡышты ла етеш кенә сыға алманы. Айырым райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл индереү тәҡдимен Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров та хупланы. Белгестәр иҫәпләүенсә, 6 миллиард һумлыҡ уңыш юҡҡа сыҡҡан. Шишмә районында, мәҫәлән, ужым бойҙайының ике-өс проценты ғына һаҡланып ҡалған. Ошо сәбәпле Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин. Быйыл һауа торошо үҙгәреүсән булыу сәбәпле, сәсеү майҙандарында ужым ашлыҡтары ҙур зыян күргән. Шишмә районында бөтәһе ун гектар ужым бойҙайы сәселгән була. Республика Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бигерәк тә Шишмә, Благовар, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк һәм Урал алды райондарындағы ужым культуралары зыян күргән. Башҡортостанда ужым культураларының дөйөм майҙаны – 429 мең гектар. Уңыштың ҙур зыян күреүе бигерәк тә мал-тыуарға хәүеф менән янай. Был баҫыуға сәселгән ужым бойҙайының бер-ике проценты ғына һаҡланып ҡалған. Әммә уларҙы йыйып алыуҙан файҙа юҡ. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, бындай киҫкен хәл беренсегә күҙәтелә. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы белдереүенсә, уңыш былтырғыға ҡарағанда дүрт тапҡырға әҙерәк сығасаҡ. Хәҙер Шишмә районы агрономдарына йәнә сәсеү эштәренә әҙерләнергә кәрәк. Әгәр ҙә республикала ужым һәләк булыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл индерелһә, федераль ҡаҙнанан страховкаланған сәсеү майҙаны йөҙ, ә страховкаһы булмаған предприятиеға зыяндың илле проценты ҡапланасаҡ.