Конгресс-холл “Торатау” бинаһында Республика мәктәптәре араһында үткәрелгән “Киләсәк быуын инженерҙары-2019” беренсе форумға йомғаҡ яһалды. Форумда бөтәһе егерме биш мәктәп ҡатнашҡан. Буласаҡ инженерҙар үҙҙәренең проекттарын “Пилотһыҙ авиация системалары”, “Робототехника”, “Хай-тек”, “Йыһан инженерия” йүнәлешендә күрһәтә алды. Күргәҙмәлә уҡыусылар бер-береһенең эше менән танышты. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Алдағы йылдарҙа ла был форумдың мөмкинлектәрен киңәйтеү күҙалланған. Юғары уҡыу йорттарына ингәндә уҡыусыларға бындай форумда ҡатнашыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк
Киләсәк быуын инженерҙары
Тулыраҡ: Киләсәк быуын инженерҙары