Өфөнөң күҙ табиптары донъяла киң таралған сирҙе дауалауҙың заманса ысулын үҙләштерҙе. Руслан Вәлиевтың күҙенә операция яһарға бары 15 минут ваҡыт талап ителде. Хәрәкәттәрҙе өс үлсәмдә күреп үтәүгә нигеҙләнгән ҡоролма ярҙамында башҡарылған операциянан һуң шәбәйеү осоро ла тиҙ. Күҙҙән ҡара ҡылауҙы алыу операцияһын тәжрибәле табиб Маналь Ғиззәтуллина үткәрә. Уның бар хәрәкәте клиника залындағы экранға 3Д форматта тапшырыла. Быны күҙәткән йәш белгестәр ҙә, тәжрибәле табип үҙе лә өс үлсәмде берләштергән күҙлек кейә. Операция бер юлы тәжрибә уртаҡлашыу сараһына ла әйләнә. Өфөгә ошо көндәрҙә Рәсәйҙең төрлө төбәктәре һәм яҡын сит илдән йәш офтальмологтар йыйылды. Заманса алымдарҙы файҙаланып Өфө күҙ табиптары алдынғы тип танылған данын дәлилләй. Ҡара ҡылауҙан арындырыуға йүнәлтелгән тиҙ операция алдынан тикшеренеү үтеү мотлаҡ. Цифралы микрохирургия дәүерендә лә табиптар — иң мөһиме — кеше сәләмәтлеге һағында тора.
Ҡара ҡылауҙы 3D ҡоролма ярҙамында бөтөрөү
Тулыраҡ: Ҡара ҡылауҙы 3D ҡоролма ярҙамында бөтөрөү