Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владимир Зеленский Украинаның яңы президенты. Уның командаһы реформалар өҫтөндә эш башлауы тураһында хәбәр итә. Ә Петр Порошенко тәүге һөҙөмтәләрҙән һуң, үҙенең еңелеүен таныған. Үҙәк һайлау комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Зеленский тауыштарҙың дүрттән өс өлөш йыйған.

Ҡазан зоопаркына һуҡыр юлбарыҫ балаһын алып килгәндәр. Хеҙмәткәрҙәр уға Луна тип ҡушамат биргән. Лунаны полиция хеҙмәткәрҙәре Яр Саллы ҡалаһында үҙен хәйриә фонда тип танытҡан наркотиктар эшләгән лабораторияла табып, ҡотҡарғандар. Хайуанды ас тотҡандары өсөн һуҡырайыуы ихтимал, ти ветеринарҙар. Яҡын арала уны Мәскәүгә алып барып, күҙҙәренә операция эшләтергә тейештәр.

Дүрт аяҡлы роботтар. Америка компанияһы үҙҙәренең роботтарын ат һымаҡ егеп, йөк машинаһын тарттырған. Ошо эксперимент яҙрамында улар бер фураны урынынан ҡуҙғатыр өсөн нисә робот кәрәклеген асыҡлаған. Дүрт аяҡлы 10 роботтоң алдағы икәүһе юлды күҙәтеп бара.

Һауа иңләүсе эттәр. Ҡытайҙа экстремалдар үҙҙәренең дүрт аяҡлы дуҫтары менән бергә парапланда оса. Урындағы һәүәҫкәрҙәр клубы алтынсы йыл рәттән ошондай саралар үткәрә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ошо рәүешле улар кешеләргә эттәре менән яҡынлашырға ярҙам итә. Сөнки улар осош мәлендә хужаларын нығыраҡ тоя икән