Башҡортостан24 каналында “Матур башҡорт теле” тигән өр-яңы проект эфирға сыҡты. Уны башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды “Рәсәй” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының Башҡортостан филиалы менән берлектә бойомға ашыра. Егерме телевизион дәрес барышында уҡыусылар уҡытыусы менән Ватсап мессенджеры аша ла бәйләнешкә сығасаҡ. Эфирҙағы дәрестәрҙән тыш матур башҡорт телен өйрәнеүселәргә өйгә эш тә бирелә. “Матур башҡорт теле” теледәрестәренең беренсе уҡыусыһы, хеҙмәттәшебеҙ Юлия Краснова телдәрҙе өйрәнеүгә тик ыңғай ҡарашта. Башҡорт телен ул үҙе яңы өйрәнә башлаған француз теле менән сағыштыра.
Матур башҡорт теле
Тулыраҡ: Матур башҡорт теле