Сәхнә кейемдәрендә дефиле

Тулыраҡ: Сәхнә кейемдәрендә дефиле

Бер саҡырым етен туҡыма, ебәк, әллә күпме тире, 3 меңләп биҙәү таштары – һөҙөмтәлә 400 сәхнә кейеме! Береһенән-береһе матур костюмдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары бер аҙнанан “Аттила” операһының премьераһында сәхнәгә сығасаҡ. Ә был ялдарҙа матбуғат хеҙмәткәрҙәре, саҡырылған ҡунаҡтар тарихи ваҡиға шаһиты булды. Хатта бар донъяла булмаған хәл - сәхнә кейемдәрендә дефиле. Һәр артист тиерлек опера башынан алып аҙағына тиклем 4 тапҡыр кейем алмаштыра. Сәхнәлә төрлө стилдәге костюмдар. Ҡуйыусы рәссам Иван Складчиков меңдән ашыу эскиз эшләгән һәм тарихи ваҡиғаларҙы, ул осор кешеләренең кейемдәрен яҡшылап өйрәнгән. Театрҙың художесто цехы оҫталарына иһә уның идеяларын тормошҡа ашырырға ғына ҡалған. Рәссам тегенселәрҙең эшенә юғары баһа бирә. Ҡуйыусы рәссамдың фекере — тамашасыла ғына түгел, ә сәхнәгә сыҡҡан һәр артиста ла костюмдар ҡәнәғәтлек тойғоһон уятһын. Әйтерһең, сабый тыуған – костюмдарҙы рәссам һәм бутафория, тегеү цехтары оҫталары 9 ай дауамында әҙерләй. Ә тегеү һәм ҡулдан биҙәү өсөн һәр кейемгә бер аҙна ваҡыт киткән. 180 пар аяҡ кейеме лә тиҙ арала әҙер булмағандыр. Тамашасылар дефиле барышында һәр костюм менән ентекләп таныша алды. Ә театрҙың солистары, хор, балет төркөмө артистары үҙҙәрен модель һөнәрендә беренсегә һынаны. Сәхнәлә һалдаттар, әсирлеккә төшкән ҡатындар, ир-егеттәр, монахтар, сихырсылар, гаремдағы һәм тотҡондағы ҡыҙҙар... Улар монгол, ҡытай, кельт, герман, рим стилендәге кейемдәрҙә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме элементтарын да ҡулланған Иван Складчиков. Тотҡон ҡыҙҙарҙың баш кейемдәрен ҡашмауға оҡшатып эшләгән ул. Һәр береһенең ауырлығы 5-әр килограмм. “Аттила” операһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарихына Илдар Абдразаҡовтың тәүге режиссер эше һәм иң күп, ҡыйбатлы сәхнә кейемдәре ҡулланылған спектакль булараҡ инәсәк. 27,28 апрелдә, 4, 5 майҙа үтәсәк премьерала ғына түгел, артабан да ул коллективтың уңышлы спектаклдәре рәтендә уйналыуын теләйбеҙ.