Өфөлә йыл һайын үткәрелә килгән ҡул һуғышы буйынса асыҡ чемпионат үтте. Сараны республиканың Росгвардия идаралығы, эске эштәр министрлығы, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторҙо. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар иҫтәлегенә бағышлап үткәрелгән ҡул һуғышы ярышында Илшат дүртенсе йыл рәттән ҡатнаша. Сараға Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе йәш спортсыларҙы ылыҡтырыу, уларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләргә ярҙам итә, ти егет. Бөгөнгө көндә дәүләттең төп бурысы – йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү, уларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләү. Тарихыбыҙҙы, илен һаҡлап һәләк булыусылар хаҡында ла онотмау мотлаҡ, ти Ирек Сәғитов. Ватан өсөн аямай ғүмерен биргән яҡташтарыбыҙ бихисап. Тап ошо ҡаһармандарыбыҙ батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Герой-милиционерҙарға арналған чемпионат беренсе тапҡыр 1996-сы йылда ойошторола. Бындай форматта үткән ярыштар ҡатнашыусыларға яңы көс-дәрт өҫтәй, үҫеп килеүсе быуын да донъя ҡиммәттәрен белеп үҫә, ти премьер-министр урынбаҫары. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар иҫтәлегенә арнап үткәрелгән сарала ҡатнашыусыларҙы ярыш һуңында почет грамоталары һәм кубоктар менән бүләкләнеләр
Ҡул һуғышы буйынса чемпионат
Тулыраҡ: Ҡул һуғышы буйынса чемпионат