Йорт идарасыһы

Тулыраҡ: Йорт идарасыһы

Йәшәйеште уңайлы һәм таҙа итеп ойоштороуҙы иң ябай әйберҙәрҙән башларға тейешбеҙ. Бында ваҡ мәсъәләләр булырға тейеш түгел, тип белдерҙе «Йорт идарасыһы» күп фатирлы йорт советтары республика форумында төбәк башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров. «Управдом» форумы сиктәрендә февраль айынан алып республикала 100-ләгән осрашыу үтте. Ниһәйәт, төрлө район-ҡалаларҙан килгән иң әүҙем күп фатирлы йорт советтары рәйестәре, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ресурстар менән тәъмин итеүсе ойошмалар, район һәм муниципалитет етәкселәре бер майҙанда осрашты.Ҡайҙалыр тәртип урынлаштырыр алдынан иң беренсе беҙ халыҡтың фекерен ишетергә тейешбеҙ тип башланы үҙ сығышын төбәк башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров. Беренсе «Управдом» күп фатирлы йорт советтары республика форумында күтәрелгән бөтә мәсъәләләр ҙә мөһим. Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев белдереүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә халыҡтың юридик белеме һиҙелерлек артҡан. Был ыңғай күренеш, сөнки йорттарға, подъездарға капиталь ремонт, ихаталарҙы төҙөкләндереү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү, тарифтарҙан тыш, бөтөн был мәсъәләләр милек хужалары тарафынан хәл ителә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ–оло бер фән кеүек. Көндән-көн камиллашыуҙы талап итә. Форум сиктәрендә республиканың төрлө ойошмалары үҙҙәренең бәләкәй архитектура оъекттарын тәҡдим итте. Радий Хәбиров уларҙың һәр ҡайһыһы менән яҡындан танышып, Хөкүмәт премьер министры урынбаҫары-торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреевҡа,Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға балалар һәм спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыу буйынса фекерҙәрен белдерҙе. Беренсе «Управдом» күп фатирлы йорт советтары республика форумы сиктәрендә төрлө түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Унда ҡала мөхитен, йәшәйешебеҙҙе мөмкин тиклем уңайлы итеү буйынса проекттар ҡаралды. Киләсәктә уларҙы тулыландырып тормошҡа ашырыу юлдары табылыр тигән ышаныс бар