Яңы инвестпроект

Тулыраҡ: Яңы инвестпроект

Республикала углерод һәм водород ҡатнашмаһын эшкәртеүсе ҡоролма төҙөйәсәктәр. Был матдәләр яғыулыҡтың сифатын яҡшыртырға ярҙам итәсәк, тип көтөлә. Яңы инвестпроект менән Радий Хәбиров танышты. Инвестиция күләме 3 миллиард һумдан ашып китәсәк. Салауат ҡалаһындағы предприятие 28 йыл элек ойошторолған. Уҙған йылда бында яңы технология буйынса заманса битум етештерә башланылар. Ул иһә юл япмаһының файҙаланыу ваҡытын күпкә оҙайта, бынан тыш, ремонт һәм хеҙмәтләндереү өсөн сығымдарҙы кәметә. Башҡортостан беренселәрҙән булып был технологияны ҡуллана башланы.