Төҙөүселәр вәғәҙәләрен үтәй

Тулыраҡ: Төҙөүселәр вәғәҙәләрен үтәй

Миловка паркында торлаҡ төҙөлөшө көндән-көн әүҙемләшә. Фатирҙарҙа ағартыу-биҙәү эштәре, тышта диуарҙарҙы йылытыу йылдам бара. Июль айында торлаҡ хужаларына тапшырылыр, тип көтөлә. Тик, фатирҙарҙа обой йәбештерелмәй һәм линолиум йәйелмәйәсәк. 5-се кварталдың өс торлағында эштәр ҡайнай. Төҙөлөш ойошмаһы вәғәҙә иткәнсе бригадаларҙа кешеләр артҡан. Бер йортта диуарҙарын тигеҙләп, обой йәбештерергә әҙерләйҙәр. Икенсе йортта түбәһен эшләйҙәр. Бында ла подрядсы ойошма кешеләр һанын арттырған. Төҙөлөш компанияһы бер йорттоң түбәһен тамамлаған да инде. Ҡайһы бер подъезддар йылытыла ғына башлаған. Тиҙҙән, унда ла эске биҙәү эштәре тергеҙеләсәк, тип күҙаллана. Тышта ла эш ҡайнай. Алты кешенән торған төркөм диуарҙарын йылыта. Төҙөүселәр өс подъездлы, 4 ҡатлы торлаҡты йылытыу өсөн ай ярым ваҡыт китә, тип белдерә. Быныһын иһә июлгә тамамларға самалай улар. Әммә, төҙөлөшкә аҡса индергән өлөшсөләргә фатирҙарҙы обойҙарһыҙ һәм линолиумһыҙ тапшырырға йыйыналар. Сөнки, уларҙы һатып алыу, йәбештереү һәм йәйеү өсөн өҫтәмә сығымдар китә. Ә артып ҡалған аҡсаны тағы ла бер йортто төҙөүгә йүнәлтергә уйлайҙар. 10-сы кварталға ла төҙөлөш ойошмалары ингән. Бер-нисә йыл торғандан һуң стеналарҙағы йылытыу материалдары иҫкергән. Шуға күрә лә яңыһына алмаштыралар. “Молодежный” микрорайонында йорттар ҙур тиҙлек менән күтәрелә. Бында алданған өлөшсөләргә 400-гә яҡын фатир бүленәсәк, тип күҙаллана. Миловка паркы һәм республикалағы башҡа алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләһе һәр ваҡыт Башҡортостан етәкселеге иғтибарында. Проблеманы хәл итеү юлдарын аҙна һайын төҙөлөш сәғәтендә тикшерәләр. Әле финанс-иҡтисади схемалар өйрәнелә, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡануни ҡатмарлыҡтар бар.