Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Мать и дитя” клиник госпиталендә булып табиптар һәм пациенттар менән аралашты. Илдә танылған перинаталь медицина үҙәгенең Өфөләге госпитале 2014 йылдан эшләй. Акушерлыҡ, гинекология, түлһеҙлекте дауалау, педиатрия, медицина диагностикаһы һәм молекуляр генетика өлкәһендә заманса алымдар һәм алдынғы йыһаздар файҙаланған үҙәктә үткән йылда ғына бер мең өс йөҙҙән ашыу бала тыуған. 500-ҙән ашыу ҡатмарлы операция яһалған. Радий Фәрит улы йәш әсә Рената Фәйезованы беренсе балаһының тыуған көнө менән ҡотланы
Илдә танылған перинаталь медицина үҙәгенең эше менән Радий Хәбиров танышты
Тулыраҡ: Илдә танылған перинаталь медицина үҙәгенең эше менән Радий Хәбиров танышты