Сир аяҡтан йыҡҡас ҡынамы, әллә сәләмәт булыуыңды раҫлау өсөнмө? “Иртә үткәрелгән диагностика һәр әсәнең сәләмәтлеген һаҡлар һәм ғүмерен оҙайтыр” тип аталған форумда ҡатнашыусы белгестәр бер тауыштан, сәләмәт булыуыңды раҫлар өсөн, тип яуап бирҙе. Форум етди һорауҙар күтәрҙе – ҡатын-ҡыҙҙарҙың яман шеш ауырыуын асыҡлауға ҡарашын үҙгәртеү, түштәрен даими тикшертеп тороуға өндәү, сирҙе башланғыс стадияларында уҡ билдәләргә ярҙам иткән заманса диагностикалау алымдары менән таныштырыу. Форум барышында Ҡала мәҙәниәт һарайында ҡатын-ҡыҙҙар бушлай ВИЧ инвекцияһын, ҡандағы шәкәр, холестирин кимәлен билдәләү өсөн анализдар бирҙе, түш биҙҙәре УЗИ-һын үтеп, маммолог, онколог кәңәштәрен алды. Маммографик станция менән танышты. Әлеге ваҡытта Республика клиник онкология диспансерының бер генә бындай күсмә станцияһы бар. Ул алыҫ район-ҡалаларҙа ла белгестәрҙең ҡабул итеүен ойоштороу өсөн уңайлы. Ә быйылғы йәйҙә “Сәләмәтлек поезы” Башҡортостан буйлап сығасаҡ.
Табипҡа ҡасан мөрәжәғәт итергә?
Тулыраҡ: Табипҡа ҡасан мөрәжәғәт итергә?