Башҡорт Дәүләт медицина университетына донор ағзаһын күсереп ултыртыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу һәм проблемаларҙы хәл итеү юлдарын барлау маҡсаты менән Германиянан белгестәр килде. Әле республикала нисә кеше донор ағзаһына мохтаж? Яңы ағза менән пациент үҙен нисек тоя? Татьяна Батюкина һаулығын яҡшыртыу өсөн көн һайын кәрәкле дарыу-витаминдар ҡабул итергә тейеш. Дүрт йыл элек табиптар уға донор бөйөрөн күсереп ултырта. Яңы ағза миңә яңы тормош бүләк итте, тип ҡыуана ул. Татьяна яңы ағза ярҙамында ҡәҙимгесә йәшәй. Уға ни бары аш режимын контрольдә тоторға һәм табиптар күҙәтеүе аҫтында булырға кәрәк. Трансплантологиянан һуң пациент бирелгән кәңәштәргә таянып йәшәгән осраҡта ғына, уның һаулығы ҡаҡшамаясаҡ, ти табиптар. Әле республикала 15 кеше яңы донор бөйөрө менән йәшәй. Студенттарҙың белемен камиллаштырыу һәм трансплантология өлкәһендә сағылған проблемаларҙы хәл итеү маҡсаты менән Башҡорт Дәүләт медицина университетына Германиянан белгестәр килде. Улар студенттар араһында үткәрелгән “Алтын хирург бысағы” тип аталған ҙур конкурста жюри ағзаһы булараҡ та ҡатнаша. Конкурста Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Германиянан килеп белем алған буласаҡ табиптар ҙа көс һынашасаҡ. Техника үҫешкән һайын, медицина ла алға бара. Былтыр ғына Башҡортостан табиптары бөйөр трансплантациялау буйынса 34 операция уҙғарған. Әле иһә республикала 239 кеше донор ағзаһына мохтаж. Беҙҙең төбәк трансплантология буйынса етенсе урынды биләй. Сит ил белгестәре республиканың баш ҡалаһына йыл һайын килә. Бындай осрашыуҙарҙа тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм бер-берең менән аралашыу- медицина өлкәһендә ҙур мөмкинлектәргә илтә.
Трансплантология мөмкинлектәре
Тулыраҡ: Трансплантология мөмкинлектәре