Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Шри-ланкалағы террор ғәмәле өсөн “Ислам дәүләттәре” төркөмө яуаплылығын үҙ өҫтөнә алған. Быға тиклем Изге Себастьян сиркәүендәге фажиғәнән видеояҙма табылған. Кадрҙан күренеүенсә, ҙур рюкзак/биштәр таҡҡан ир шартлау алдынан диндарҙар йортона инеп китә. Әлеге мәлдә енәйәткә ҡағылышлы тип иҫәпләнгән 40 кеше ҡулға алынған. Араларында Сүриә гражданы ла бар. Фажиғә ҡорбандары 320-гә барып етә, 500-ҙән ашыу кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Волгогорад өлкәһендә хәрби уҡыуҙар башланған. Прудбой полигонында танк һәм инженер ғәскәри частары ҡатнаша. Хәрбиҙәр һөжүм итеү маневрын өйрәнә. Өҫтәүенә, Халыҡ-ара Армия уйындарының төбәк этаптарын үткәреү ҡаралған. Конкурста “Автобронялы техника оҫтаһы”, “Тәртип һаҡсыһы”, “Ялан кухнаяһы” кеүек номинациялар буйынса көс һынашасаҡтар.

Северодвинскиҙағы Севмаш заводында йыйылған махсус тәғәйенләнештәге “Белгород” атом һыу аҫты кәмәһен һыуға төшөргәндәр. Ул Рәсәйҙең яңы ҡоралы -“Посейдон” тип аталған пилотһыҙ һыу аҫты аппараттарын йөрөтөүсе тәүге субмарина. Ядер реакторын һынауҙы быйылға планлаштыралар. Ә 2020 йылда “Белгород”тың Рәсәй флоты составына инеүе көтөлә.

86 йәшлек студент. Воронеж өлкәһендә пенсионер-боксер юғары уҡыу йортона уҡырға инергә йыйына. 70 йылдан ашыу бокс менән шөғөлләнгән тренерҙы 2014 йылда спорт мәктәбе директоры вазифаһынан алғандар һәм һуңынан, бөтөнләй эш урынынан ҡыуғандар. Сәбәбе — профиль белемһеҙ тренерлыҡ менән шөғөлләнергә ярамай, тигәндәр. Хәҙер 86 йәшлек хеҙмәт ветераны вузға инер өсөн документтарын йыйып йөрөй һәм экзамендарға әҙерләнә.