Стәрлетамаҡта сиркәүҙән иғәнә урлаусы һәм ҡарауылсыны туҡмаған өс ирҙе ҡулға алдылар. Зыян күргән ҡарауылсы әле ҡала дауаханаһының реанимация бүлегендә ята. Был видео Стәрлетамаҡ ҡалыһының ғибәҙәтханаһында төшөрөлгән. Кадрҙарҙа күренеүенсә, ике ир-егет сиркәүҙең ҡарауылсыһын туҡмай. Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһы суды өсәүһен дә 2 айға тикшереү изоляторына оҙатты. Өс ир сиркәүгә төнөн һөжүм итә. Һөҙөмтәлә енәйәтселәр иғәнәгә йыйылған 8 мең һум аҡса урлай һәм ҡаҙау һурғыс менән сиркәүҙең төнгө ҡарауылсыһын туҡмай. Зыян күреүесе ир әлә лә ҡала дауаханаһының реанимацияһы бүлегендә ята. Табиптар уның хәлен ауыр тип баһалай. Республиканың эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәтселәрҙе бер тәүлек эсендә ҡулға алалар. Билдәле булыуынса, енәйәтселәрҙең икәүһе быға тиклем хөкүмгә тарттырылған булғандар. Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһы суды енәйәтселәрҙе ике айға тикшереү изоляторына япты.
Өмөтһөҙ ҡылыҡ
Тулыраҡ: Өмөтһөҙ ҡылыҡ