Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара конкурсы

Тулыраҡ: Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара конкурсы

Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара конкурсы уҙасасаҡ. Уны Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты булышлығында «Хафиза» ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәте ойоштора. Дини бәйге 27-28 апрелгә билдәләнгән. Ул ике этапта уҙасаҡ. 27 апрелдә һайлап алыу туры, шулай уҡ, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн лекциялар һәм Ҡөрьәнде, тәжүитте өйрәткән уҡытыусыларҙың сығыштары менән оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ. Балалар төрлө викториналарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала, йәрминкә ойошторола. Финал һәм бүләкләү тантанаһы 28 апрелдә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында үтәсәк.