Халҡыбыҙ аҫыл улы менән хушлашты

Тулыраҡ: Халҡыбыҙ аҫыл улы менән хушлашты

Республика Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевты һуңғы юлға оҙатты. Әҙип менән хушлашырға республика етәкселеге, йәмәғәтселек, шағирҙың ижадын һөйөүселәр килде. Башҡорт әҙәбиәтен үҙ төбәгендә генә түгел, ә донъяның тиҫтәләгән илдәрендә танытҡан Рауил Бикбаев ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та абруй ҡаҙанды. Республика мәнфәғәтенә бағышлаған хеҙмәте юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Рауил Бикбаевтың вафаты сәнғәт, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт өсөн ауыр юғалтыу. Республиканың күп танылған шәхестәре йөрәк әрнеше аша хәтирәләрен уртаҡлаша.