Мәғариф сәғәте

Тулыраҡ: Мәғариф сәғәте

Башҡортостандың мәғариф тармағы республика етәкселегенең иғтибарында. Белем биреү тармағы һәм ундағы төп мәсьәләләр хәҙер ике аҙнаға бер тапҡыр тикшерелеп торасаҡ. Был турала республика етәксеһе Радий хәбиров “мәғариф сәғәтендә” белдерҙе. Был юлы ҡаралған һорауҙар төбәктең белем биреү тармағындағы үҙгәрештәргә ҡағылды. Мәҫәлән, яңы уҡыу йылында Баҡалы районында яңы мәктәп асылып, Бәләбәйҙәге белем биреү усаҡтарының береһендә уҙған ҡыш емерелгән спорт залы төҙөкләндереләсәк. Ә тағы 4 йылдан баш ҡаланың Глумилино биҫтәһендә 2 200 балаға иҫәпләнгән мәктәп файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Башҡортсотан етксеһе Радий Хәбиров, шулай уҡ, балаларҙы туҡландырыу мәсьәләһен айырым иғтибарға алырға ҡушты.