“Аша, уҡы, үҫ”

Тулыраҡ: “Аша, уҡы, үҫ”

Белем биреү йорттарында туҡландырыу тәртибен яңыртыу көтөлә. Был программаға тәү сиратта Өфө мәктәп һәм балалар баҡсалары ҡушыла. Яңыртылған ашхана эше менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева танышты. Башҡаланың мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениеларында туҡланыу ойоштороуҙы камиллаштырыу — көнүҙәк мәсьәлә. Был өлкәлә эшләгән өс операторҙы туплап мәктәп туҡланыуының берҙәм операторын билдәләү аҙыҡтың үҙҡиммәтен төшөрөргә, социаль туҡланыуҙы үҙәкләштерергә, ризыҡ сифатын ныҡлы контролдә тоторға, һөнәри идара итергә һәм продукция сифаты, кадрҙар әҙерләү һәм табыуҙың берҙәм стандартын раҫларға булышлыҡ итәсәк. Әлеге ваҡытта башҡала мәктәптәрендә белем алған 116 мең баланың 100 меңдән ашыуы ҡайнар аш менән тәьмин ителә. Мәктәп туҡланыуы операторҙары тырышлығы менән ашханаларҙа буфет биләмәләре лә булдырылған. 147 мәктәптә өс балаһы белем алған Фәриҙә Яхина ризыҡ сифатын ыңғай баһалай. Мәктәпкә яңыртылған меню ризыҡтарын тәмләп ҡарарға ата-әсә менән балалар ғына түгел, башҡала хакимиәте, мәғариф учреждениелары етәкселәре, белгестәр һәм контроль органдары вәкиле килде. Балаларҙы туҡландырыуға төп талап – аҙыҡ саф, сәләмәт һәм яңы бешкән булырға тейеш. Уның нимәнән әҙерләнеүе лә мөһим. Беренсе марттан һуң, мәҫәлән, былтырғы йәшелсәнән сей салаттар тыйыла, ти ҡулланыусылар мәнфәғәте һағындағы федераль идаралыҡ вәкиле. Шуға ла өҫтәлдәге салаттар тик бешкән йәшелсәнән. Балалар туҡланыуын ойоштороуҙа йәнә бер мөһим мәсьәлә – сәләмәт аҙыҡ ғәҙәтен тәрбиәләү. Яңыртылған ашханалар был талапты ла үтәргә әҙер. Мәктәп һәм балалар баҡсаһында туҡландырыуҙы яңыртыу аҙыҡ төрлөлөгөнә өлгәшеүҙән генә тормай. Ашхана мөхите, технологик йыһаздар, хатта һауыт-һаба яңы, берҙәм һәм бренд менән танытылған. Бренд иһә “Аша, уҡы, үҫ”, тип яңғырай. Фарфор һауыттар ныҡ, матур, санитар-эпидемиологик талаптарға яуап бирә һәм Башҡортостанда етештерелгән. Тәрбиәүи мәғәнәнән тыш туҡланыу тәртибен яңыртыуҙың төп маҡсаты  — балалар һаулығын һаҡлау һәм уларға белем биреү шарттарын уңайлы ла, файҙалы ла итеү. Уны бойомға ашырыу бар яуаплы хеҙмәттәрҙең берҙәм эшмәкәрлегенә бәйле.