”Мин профессионал” Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып, көмөш миҙал яулаусы Башҡортостан егете Тимур Маннанов Өфө дәүләт нефть техник университетының 1-се курсында уҡый. Колба, иретмәләр, матдәләр – Тимур лабораторияла барған һынауҙарҙың барыһы менән дә ҡыҙыҡһына. Беҙҙе уратып алған тирә яҡ мөхит химия менән бәйле, ти егет. Үткән йыл лицейҙа уҡығанда халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында еңеп алтын миҙалға лайыҡ була. Ә быйыл студент булараҡ “Мин профессионал” тигән Бөтә Рәсәй олимпиадаһынан көмөш миҙал алып ҡайта. Тимур мәктәптә уҡығанда информатика дәресен үҙ итә, киләсәктә лә программист булыуына шик тыумай. 7-се класта иһә химия уҡытыусыһы фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Компьютер программаларын төҙөү һәм химия – ошо ике йүнәлеш тә уның буласаҡ һөнәрендә берләшкән. Буласаҡ химик-технолог өсөн олимпиада – ул фекер алышыу, аҡыл ҡеүәһен үҫтереү, аралашыу майҙаны.Тимур Маннанов Өфө дәүләт нефть техник университетының технология факультетына тап Бөтә Рәсәй олимпиада һөҙөмтәләренә ярашлы бюджет урынға уҡырға инә. Әле ул Рәсәй президенты һәм университет стипендиаты. Тимурҙың алдында һынауҙар күп әле, олимпиадаларҙа ҡатнашып, байтаҡ еңеүҙәр яулар. Үҙ маҡсатына ирешеүсән егет киләсәктә иһә университетты тамамлап, Башҡортостанда эшләйәсәгенә һис шикләнмәй.
Мин профессионал
Тулыраҡ: Мин профессионал