Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владивостокта Владимир Путин Ким Чен Ын менән осрашты. Һөйләшеүҙең төп темаһы – Корея ярымутрауының көнүҙәк проблемаһын хәл итеү һәм ғөмүмән, Төньяҡ-Көнсығыш Азияның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Саммит һуңында бер ниндәй ҙә килешеүҙәр һәм белдереүҙәр булмаясаҡ, тип алдан хәбәр иттеләр. Әммә күҙәтеүселәр әйтеүенсә, был осрашыу башҡа илдәр араһында Пхеньяндың мәртәбәһен үҫтерергә ярҙам итәсәк.

Кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау. Владимир Путин Донбасс халҡына Рәсәй гражданлығын алыуҙы еңелләштереүсе указға ҡул ҡуйҙы. Был исемлеккә Украинаның Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарында йәшәүселәр инә. Үҙгәрештәргә ярашлы, был мәсьәләне хәл итеү ваҡыты 3 айҙан артмаҫҡа тейеш. Ил етәксеһе тик гуманитар маҡсат менән был ҡарарға килдем, тип билдәләй. Сөнки ошо төбәктәрҙә йәшәүселәр күптәнән үҙ хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра алмай.

Диңгеҙ йәйәүле ғәскәре һәм танк биатлоны. Көньяҡ хәрби округында хәрби күнекмәләр үтә. Рәсәйҙең оборона министрлығы журналистар өсөн матбуғат турын да ойошторған. Хәбәрселәр үҙ күҙҙәре менән диңгеҙ пехотасыларының ергә төшөүен, танк биатлонының ҡаршылыҡтар аша үтеүен һәм истребителдәрҙең осоуын күҙәтте.

Умка өйөнә ҡайтты. Камчаткала аҙашып йөрөгән аҡ айыуҙы ҡотҡарыусылар вертолетта Чукоткаға алып килгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике аҙна элек ТилИчики ауылы халҡы йорттарына яҡын килгән, әммә хәлһеҙләнгән йыртҡыс хайуанды күреп ҡала. Үҙен тыныс тотҡан айыуға Умка ҡушаматы бирәләр һәм ашатып торалар. Ул Чукотканан Камчаткаға Беринг диңгеҙе аша боҙ киҫәгендә йөҙөп килеүе ихтимал, ти ғалимдар