Идарасыһыҙ йорт

Тулыраҡ: Идарасыһыҙ йорт

Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә тиҫтәнән артыҡ йорт идарасы компанияһыҙ ҡалған. 4 ай был йорттарҙы бер кем дә ҡарамай, йорт алды биләмәләре таҙартылмай, подъездар йыуылмай, хатта ҡомаҡтар күренә башлаған. Был йорттарҙы хеҙмәтләндереүсе идарасы компания банкрот хәленә ҡалғас, ғинуар айынан бирле йорттарҙа ошондай хәл күҙәтелә. Тәртипһеҙлек менән көн дә күҙмә күҙ осрашыусы халыҡ хәленән килгәнсә үҙе йыйыштырырға тырыша. Квитанциялар килеүен дауам итә. Газ, һыу, электр ресурстарын тәъмин итеүсе ойошмалар менән йортта йәшәүселәр күптән тура түләүҙәргә күскән. Әммә ни өсөн йылдар дауамында бер тапҡыр ҙа башҡарылмаған капиталь ремонт өсөн хаҡ түләүҙәрен аңламай. Дәүләт торлаҡ инспекцияһына һәм прокуратураға мөрәжәғәт иткәндән һуң, 54-се ЖЭУ хәҙер юҡ тигән яуап килгән. Был осраҡта йорттарҙа йәшәүселәр кәңәшләшеп яңы идарасы компания һайларға тейеш. Юҡ икән, йорттарҙы конкурс нигеҙендә кәрәкле компанияға тапшырасаҡтар. Һәр кемдең таҙалыҡта йәшәгеһе килә. Әммә халыҡ һорауҙары менән кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәй. Ә был ваҡытта, болғансыҡ һыуҙа балыҡ тоторға маташыусы идарасы компаниялар үҙ- ара «һуғыш» башлаған. Торлаҡ хужалары һайлаған идарасы компания бар, әммә уның менән килешеү төҙөй алмайҙар. Сөнки дәүләт инспекцияһына ҡултамғалар менән раҫланған башҡа төрлө мәғлүмәт килгән. Республиканың торлаҡ һәм төҙөлөш эштәрен күҙәтеүсе дәүләт комитеты был осраҡ буйынса сираттан тыш тикшереү эше үткәрәрергә йыйына. Тиҙҙән Шаҡша биҫтәһенең Мәләүез һәм Гвардейская урамындағы йорттарҙа тәртип урынлашыр тигән ышаныс бар.