Кубокты Өфө командаһы икенсе йыл рәттән яулай. Был юлы плей-офф финалында “Ағиҙел”дәр Санкт-Петербургтың “Динамо”һын еңде. Иҫәп 4:1. Ә команданың һөжүмсеһе Ольга Сосина Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы плей-оффының һөҙөмтәле пас биреүсеһе һәм шайба индереүсеһе тип танылды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Ағиҙел” командаһын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының финал матчында еңеүе һәм кубок алыуыҙары менән ҡотланы. Спортсыларҙы яҡшы әҙерләгәндәре өсөн тренерҙарға, етәкселәргә, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы коллективына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡыҙҙарға киләһе миҙгелдәрҙә лә лидерлыҡ позицияларын нығытып, Башҡортостандың спорт данын арттырырыуын һәм яңы сағыу еңеүҙәр теләне Радий Фәрит улы.
“Ағиҙел” командаһы Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионы
Тулыраҡ: “Ағиҙел” командаһы Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионы