Башҡортостан гүзәлкәйҙәре 27 апрелдә үтәсәк республиканың төп матурлыҡ бәйгеһенең финалына әҙерләнә. Кастинг һөҙөмтәләре буйынса финалда 12 ҡыҙ сығыш яһаясаҡ. Башҡорт һылыуҙарының асыҡ республика конкурсы быйыл башҡорт автономияһының 100 йыллығы сиктәрендә үтә. Тимәк, ҡыҙҙарҙың башҡорт телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеүенә айырым иғтибар бирәсәк. 27-се тапҡыр уҙғарылған матурлыҡ бәйгеһенеңе яңылығы — быйыл унда бығаса ҡатнашҡан ҡыҙҙар үҙҙәрен икенсегә һынап ҡарай аласаҡ. Бәйгеселәрҙең матурлығы һүҙһеҙ, әммә беҙ иң беренсе уларҙың буй-һынына иғтибар итергә тейешбеҙ, сөнки еңеүсе артабан халыҡ-ара кимәлгә сығырға тейеш, ти ойоштороусылар.
Башҡортостан гүзәлкәйҙәре
Тулыраҡ: Башҡортостан гүзәлкәйҙәре