Башҡортостан медицинаһы халыҡ-ара стандарттарҙа эшләй башлай

Тулыраҡ: Башҡортостан медицинаһы халыҡ-ара стандарттарҙа эшләй башлай

Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһы ошо көндәрҙә Мәскәү аудиторҙары алдында һынау үтте. Улар әлегә сифат талаптарының менеджмент системаһы сертификатын алыусы республикалағы берҙән-бер медицина учреждениеһы. Киләсәктә тармаҡты стандартлаштырыу әүҙем ҡулланыласаҡ. Медицина хеҙмәттәре сифатында ул нисек сағыласаҡ? 84-се йәше менән ҡыуалаған Луза Ғүмәрова өсөн ҡулға тағылған таҫмалағы төҫлө төймәләр бөтөнләй ят күренеш. Унда пациент тураһында бөтә мәғлүмәт һаҡлана. Рифғәт Уразмәтов иһә бындайҙы бер йыл элек япония клиникаһында ятҡанда күреп ҡайтҡан. Өфө дауаханаларында ла берәй ҡасан булырына ышанмаҫ инем ти ул. Браслет тәү сиратта табип хаталарын кәметергә ярҙам итә. Сөнки пациенттың дарыуҙарға аллергия барлығы, ауыр сир кисергәнлеген дә төҫлө төймәләрҙән шунда уҡ белеп була. Был сифат менеджменты системаһының бер сылбыры ғына. Дөйөм алғанда, сирле дауаханаға мөрәжәғәт иткәндән алып, дауалау, аҙаҡ реабилитация осорон үткәнсегә тиклем эште ойоштороу, табиптарҙың пациенттар менән аралашыу, документтарын тултырыуға тиклемге бөтә ойоштороу эшен бер ҡалыпҡа һала. Өфөнөң 18 һанлы ҡала клиник дауаханаһы был системаны йыл ярым элек үҙләштерә башлай. Сертификат алыр өсөн ҡатмарлы аудит үтергә тура килә. Мәскәү эксперттары бер нисә көн дауамында хеҙмәткәрҙәрҙең әҙерлегенән алып, дауалау, йәшәү, туҡланыу шарттарына тиклем ентекле тикшерә. Бының менән махсус аккредитация үткән ойошиңмалар ғына шөғөлләнә. ИСО 9001 сертификаты сәнәғәт предприятиеларын мәҫәлән юғары сифатлы тауар етештереүсе булараҡ донъяға танытһа, медицина тармағы өсөн ул тәү сиратта күрһәтелгән хеҙмәттең сифат билдәһе. Республика етәкселеге тарафынан яҡын арала сифат стандарттарын тағы ла бер нисә медицина учреждениеһына индереү бурысы ҡуйылған. Киләсәктә уларҙың һаны менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күрһәтелгән хеҙмәттәр сифаты артыр, кешеләр сәләмәтлеге яҡшырыр тигән ышаныс нығына. Быны 18 дауахана пациенттары бөгөн дә дәлилләй.