Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 6-сы ҡатын ҡыҙҙар колонияһында донъяға килгән сабый әсәһе менән бергә хөкүм язаһын үтәргә мәжбүр. Шарттар ябай түгел. Шулай ҙа бында йәш әсә менән сабыйға бөтә шарттарҙа булдырылған. 5 айлыҡ Енисей үҙен яҡшы тоя. Уның әсәһе был колонияға мутлашыу статьяһы өсөн эләгә. Йәш әсә һәм уның сабыйы өсөн колонияла айырым йоҡо, аш-һыу бүлмәһе һәм башҡа уңайлыҡтар бар. 2000-се йылдар башында элекке теплица урынында барлыҡҡа килгән колонияла юл-транспорт фажиғәләрендә ғәйепләнеүселәр, мутлашыусылар һәм башҡа төрлө енәйәт ҡылған ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй. 6-сы колония хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һәр хөкүм ителеүсегә айырым иғтибар бүленә. Кемдер теплицала, кемдер яҙҙан баҫыуҙарға сыға. Улар йыйған уңыш республиканың башҡа холоҡ төҙәтеү колонияларына оҙатыла, ә сәскәләр ҡаланың төрлө аллея, парк һәм башҡа урындарын биҙәйәсәк. Наталья Зәйнәғәбдинова 6-сы холоҡ төҙәтеү колонияһының сәскәләр үҫтереү блогында бер-нисә эшләй. Рәсәйҙең хеҙмәт кодексына ярашлы һәр эшсегә эш хаҡы ла түләнә. Язаларҙы үтәү федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығының 6-сы колонияһында хөкүм ителеүселәр өсөн ял бүлмәһе, заманса ашхана һәм хатта магазин да бар. Яҡшы хеҙмәт һәм яҡшы тәрпит өсөн хөкүм ителеүселәргә туғандары менән оҙайлы осрашыуҙар һәм хаттаял да ҡаралған. Республикалағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар колонияһында республиканың төрлө район-ҡалаларынан хөкүмгә тарттырылған ҡатын-ҡыҙҙар үҙ хөкүм язаһын үтәй. Улар һүҙҙәренсә, законды боҙор алдынан, туғандарың, яҡындарың тураһында уйлау, үҙ көсөңдө иректә дөрөҫ йүнәлештә ҡулланыу күпкә хәйерлерәк.
Ирке сикләнгән, әммә әсәй менән
Тулыраҡ: Ирке сикләнгән, әммә әсәй менән