Башҡортостанда һәүәҫкәр балыҡсылар ҡомарына сик ҡуйылмай.Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тәбиғәткә зыян килтергән браконьерҙарға ҡаршы көрәш тәртибен генә үҙгәртә. Башҡортостан парламенты балыҡсылыҡ һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау тураһындағы законға үҙгәрештәр индереп был өлкәләге ҡануниәтте федераль талаптарға тап килтерә. Һәүәҫкәр һәм спорт балыҡсылығына ҡарата ла үҙгәрештәр бар, улар балыҡ тотоу ҡоралдарына ҡағыла. Депутаттар республикала шәхси эшҡыуарҙарҙың законлы хоҡуҡтары үтәлешен күҙәтеүсе вәкилдең доклады буйынса ла фекер алышты. Рәсәйҙә 2018 йылда ғына йүнселлек субъекттары 180 миллиард һумға яҡын штраф түләгән. Рафаиль Ғибаҙуллин белдереүенсә, Башҡортостанда ла контроль органдары тәртип боҙған осраҡта эшҡыуарҙарға ҡарата иҫкәртеү сараларын һирәк ҡуллана. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында һайлауҙар тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы хәҙер тауыш биреү көнөндә һайлау участкалары иртәнге етенән киске туғыҙға тиклем асыҡ буласаҡ.
Балыҡ ҡармаҡлаусыларҙың хоҡуҡтары сикләнә
Тулыраҡ: Балыҡ ҡармаҡлаусыларҙың хоҡуҡтары сикләнә