Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Американың элекке вице-президенты Джо Байден 2020 йылда үткәреләсәк һайлауҙарҙа ҡатнашырға теләк белдергән. Әммә Демократтар партияһы кандидатына уның үткәне ҡамасаулауы мөмкин. Элек Джо Байден Иракка һөжүм итеүҙе һәм үлем язаһын ҡулланыуҙы хуплаған булған.
  • Техас штатында поезд рельстарынан төшөп киткән. Бер-нисә вагонда этанол спиры тейәлгәнгә күрә биш цистернала янғын сыҡҡан. Авария һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ. Шулай ҙа фажиғә урынына яҡын урынлашҡан йорттарҙан кешеләрҙе эвакуациялағандар. Фажиғәнең сәбәбен белгестәр асыҡлай.
  • Мәскәүҙә билдәһеҙ ир урамда атыш ойошторған. Фажиғә “Новые Черемушки” метро туҡталышы эргәһендә була. Ҡоралланған кеше бер ирҙе ҡаты яралай, һөҙөмтәлә, ул ауыр йәрәхәттән ғүмерен юғалта. Аҙаҡ һөжүм итеүсе үҙ-үҙенә ҡул һала. Енәйәти-оператив төркөм тикшереү алып бара.
  • Ят балалар булмай. Ҡырымдың Баҡсаһарай ҡалаһында үҙенсәлекле ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡала парктарының береһендә көн иткән бесәй әсәһеҙ ҡалған тейен балаларын үҙенә алған. Үгәй әсә булһа ла, ул аҫрауға алған балаларына яҡшы мөғәләмәллә: ашата, йыуындыра, яҡлай. Ә тейендәр башҡа бесәй балалары менән бергә уға һыйынып йоҡлай.