Еңеү билдәһен ил буйынса 9-сы майға тиклем таратасаҡтар. Еңеү символын бер-нисә минут эсендә алып бөтәләр. “Георгий таҫмаһын” Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, хәҙер бүлә-бүләсәрҙәре лә тарата. Александр Юдиндың ҡарт олатаһы “Батырлыҡ өсөн” миҙал менән бүләкләнгән. Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы алдынан йәмәғәт ойошмаһы ағзалары республика буйынса 20 меңдән ашыу “Георгий таҫмаһы” таратасаҡ. Георгий таҫмаһы-модалы аксессуар түгел. Ул йәнен-тәнен аямай һуғышҡан яугирғәр иҫтәлеге. Таҫманы автомобилдең кузовына тағырға ярамай. Шулай уҡ, сәскә, сумкаға, билдән аҫҡа бәйләү урынһыҙ. Тәртибе буйынса, Еңеү символын тик йөрәк янында йөрөтөргә була. Ирекмәндәр “Георгий таҫмаһы” менән ҡуша белешмә лә тарата. Унда Еңеү символын йөрөтөү тураһында ҡағиҙәләр яҙылған. Киләсәк быуынға аяҙ күк һәм тыныс тормош бүләк иткән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмай. Ҡайһы берәүҙәр хатта күҙ йәшен йәшерә алмай. Хәтер акцияһы 9-сы майға тиклем дауам итә. Еңеү көнө алдынан һәм 9-сы майҙа бөтә ил буйынса тантаналы байрам саралары уҙғарыла.
Башҡортостан “Георгий таҫмаһы” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды
Тулыраҡ: Башҡортостан “Георгий таҫмаһы” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды