Яҙыусы-фронтовик, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына быйыл 100 йыл. Ғәли Ибраһимовтың иң беренсе романы Бөйөк Ватан һуғышы осорон тасуирлаған “Бер полк кешеләре” романы 1956 йылда баҫтырыла. “Кинйә” трилогияһы иһә 100 йыллыҡ юбилейына нәшер ителә. “Кинйә” романының 3 томы ла бергә тупланған. 2018 йылда башҡорт телендә лә, рус телендә лә нәшер ителә. Ә бына 3-сө китабы беренсе тапҡыр донъя күрҙе. Ғәли Ибраһимов “Кинйә” романының 3-сө китабын иҫән сағында баҫтырып өлгөрмәй. Ҡыҙҙары атаһының васыятын үтәр өсөн, ҡулъяҙманы бергә туплап, баҫмаға әҙерләй. Ғәли Ибраһимов “Кинйә” романын тарихи документтарға таянып яҙған. Беренсе китабы 1977 йылда баҫтырыла һәм был әҫәре өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияға лайыҡ була. Романдың икенсе китабы 1987 йылда нәшер ителә. Яҙыусы-фронтовик, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл. Ғәли Ғизетдин улының ижад юлы бай, шул уҡ ваҡытта иң мөһиме уның өсөн ғаилә була. Ғәли Ғизетдин улының 100 йыллыҡ уңайынан хәтер кисәһе ойошторолдо. Концерт программаһында яҙыусының тик иң яратҡан йырҙары яңғыраны. Ғәли Ибраһимов башҡорт ижадына тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Мәктәп программаһында уның байтаҡ әҫәрҙәре урын алған. Шулай уҡ республиканың мәғариф министрылығы киләсәктә Өфө ҡалаһының 2-се башҡорт лицейы Ғәли Ибраһимов исемен йөрөтәсәген билдәләне һәм башҡалала уның бюсы ҡуйыласаҡ.
Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл
Тулыраҡ: Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл