Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы унынсы йыл рәттән ойошторған бәйгенең был төп шарты. “Һаумы һаумы, әкиәт” проекты республика хөкүмәтенең туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы ҡарарына ярашлы миллион һумлыҡ грант яуланы. Индира Теүәлбаева әкиәт бәйгеһендә иң кесе төркөмдәге сағынан ярыша. Ҡатнашып ҡына ҡалмай, ә еңеүҙәр яулай. Башҡаланың Ленин районындағы 18-се башҡорт балалар баҡсаһы бәйгегә бер нисә әкиәт әҙерләгән. Ярыш шарттары буйынса әкиәтте тасуири һөйләргә, сәхнәләштерергә һәм йәнһүрәт итеп төшөрөргә була. Кескәйҙәр өсөн номинацияларҙың барыһы ла ҡыҙыҡ. Ролдәрҙең дә һәммәһе яҡын. Балаларҙы әкиәткә ылыҡтырыу ҡыйын түгел, ғаиләлә үҙ-ара башҡортса һөйләшкәс телде яҡшы беләләр, ти тәрбиәселәр. Артист һәләте лә күптәргә хас. Сәхнә кейемдәрен тегеү үҙе бер ваҡиға. Әкиәт бәйгеһе йылдан йыл яңыра, ҡатнашырға теләгәндәр һаны арта. Ленин районында ғына быйыл 11 мәктәптең туғыҙы, ә балалар баҡсаларының һәр ҡайһыһы бер нисә әкиәт тәҡдим итә. Конкурстың төп маҡсаты – туған телгә һөйөү тәрбиәләү. Донъя халыҡтары әкиәттәрен өйрәнеү иһә илһөйәрлек тойғоларына нигеҙ һала. Әкиәт тәрбиәүи әһәмиәтен һис ҡасан юғалтмай. Уны һөйләүе лә, тыңлауы ла, уйнауы ла мауыҡтырғыс. “Һаумы, һаумы, әкиәт” бәйгеһендә ҡатнашҡан кескәйҙәр быны асыҡ дәлилләй.Һайлап алыу этабын үткәндәр артабан башҡала күләмендә ярышҡа ысын сәхнәгә сығасаҡ. Бәйгегә йомғаҡ май урталарында яһала. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә.