Көслө дауылдан зыян күргән муниципалитеттарға ярҙам күрһәтәсәктәр. Радий Хәбиров ошондай ҡарар сығарҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе республиканың өс ҡалаһында һәм туғыҙ районында ҡойон йорттарҙың һәм социаль объекттарҙың ҡыйығын осороп алып китте. Ғәрәсәттән зыян күргәндәргә ремонт эштәрен башҡарырға ярҙам итәсәктәр. Бигерәк тә, Ишембай районындағы Петровский дауаханаһының амбулатория бинаһы байтаҡ зыян күргән.
Дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам
Тулыраҡ: Дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам