Башҡортостанда тәбиғи газды тәрән эшкәртеү буйынса яңы комплекс төҙөләсәк. Һәм республика газ үткәреү прграммаһын 2025 йылға тиклем бойомға ашырыу йүнәлештәре тураһында килешеү төҙөү көтөлә. Был хаҡта республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе. Этилен һәм пропилен етештереү комплексын төҙөү ниәте 2017 йылда барлыҡҡа килһә әле Газпром менән һөйләшеүҙәр яңы кимәлгә сыға. Радий Хәбиров белдереүенсә, тәбиғи газды тәрән эшкәртеү комплексы Салауатта төҙөләсәк. Мәскәүҙән йәнә бер яңылыҡ – тарихи урындар һәм кесе ҡалалар араһындағы федераль конкурста Башҡортостандың өс ҡалаһы – Ишембай, Бәләбәй һәм Бөрө еңеүгә өлгәште. Был уларға йөҙҙән — йөҙ илле миллион һумға тиклем аҡсаны парктар һәм скверҙар төҙөкләндереүенә йүнәлтергә булышлыҡ итә. Республикала иһә төҙөкләндереү айлығы һөҙөмтәләре ыңғай. Премьер-министр урынбаҫары һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Михаил Киреев белдереүенсә шәмбе өмәләре һәр муниципалитетта әүҙем үтте. “Йәшел Башҡортостан” акцияһында 163 мең кеше ҡатнашты. Ҡала һәм райондарҙа ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылып өр-яңы аллеялар барлыҡҡа килде. Хәрби дан мемориалдары Бөйөк Еңеү көнөн байрам итергә әҙер. Йыйыштырыу эштәре бының менән генә сикләнмәй. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙы яңы техника менән йыһазландырыу бара. Экологик шәмбеләрҙе көҙөн дә ойошҡанлыҡ менән үткреү күҙ уңында тотола. Юлдарҙы төҙөкләндереү эшендә ыңғай күрһәткестәр теркәлә. Юл эксперты программаһы исеменә алынған ғаризаларҙың ете меңгә яҡыны хәл ителә. Ихата юлдарын төҙөкләндереү менән муниципаль ойошмалар һәм идара итеүсе компаниялар шөғөлләнә. Газондарҙа автомобиль ҡуйған өсөн йыйылған штрафтар күләме алты миллион һумға яҡын. Апрелдең унынан егерме алтыһына тиклем был төр тәртип боҙоуҙар һаны республика буйынса ун, Өфөлә алты меңдән ашыу. Республика етәксеһе административ комиссияларға был йүнәлештәге эште дауам итергә ҡушты. Ә бына янғын иҫкәртеү буйынса көрәштә отолдоҡ, тине Радий Хәбиров. Йылдың беренсе сирегендә үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда янғындар һаны 73, янғында һәләк булғандар иҫәбе 18 процентҡа артҡан. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, беренсе ғинуарҙан хужаһыҙ бина һәм транспорт саралары, ҡоро үлән, сүплектәрҙә тоҡанған ут осраҡтары ла янғын булараҡ теркәлә, ҡаза күргәндәр иҫәбенә иһә янғында һәләк булғандар һәм унан һуң 30 тәүлек дауамында вафат булғандар ҙа алына. Элек был күрһәткестәр юҡ ине. Халыҡ менән бәйләнеш тотҡан Инцидент-менеджмент мәғлүмәт селтәрендә хакимиәт башлыҡтарының эшмәкәрлеге ыңғай баһа алды. “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов белдереүенсә, кешеләрҙе борсоған мәсьәләрҙе асыҡлау һәм хәл итеү күрһәткесе буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Мөрәжәғәттәр һәм улар буйынса ваҡытында ҡабул ителгән ҡарарҙар бары Благовар, Асҡын, Краснокама райондары менән Салауат ҡалаһында һүлпән. Радий Хәбиров был күрһәткесте беренсе июнгә тиклем яҡшыртыу йөкләмәһен бирҙе.
Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән мөһим мәсьәләләр
Тулыраҡ: Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән мөһим мәсьәләләр